Арттырылған күләмдәге пособиены йән башына тура килгән уртаса килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләр аласаҡ. Министр Business FM радиостанцияһы эфирында әлеге көндә аҙ килемле ғаиләләргә йәшәү минимумының яртыһын (биш мең һум тирәһе) түләүҙәре, ә киләһе йылдан пособие күләменең йәшәү минимумына ярашлы (10 мең һум тирәһе) буласағын белдерҙе.