Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 11:38
Владимир Путин 31 декабрҙе ял көнө итеү идеяһын хупланы
Рәсәй Президенты Владимир Путин Милли проекттар һәм Стратегик үҫеш Дәүләт советы һәм Совет ултырышында “Берҙәм Рәсәй” фракциһының 31 декабрҙе быйыл ял көнө тип билдәләү тәҡдимен хупланы.
Ил башлығы билдәләүенсә, бындай тәҡдимде ҡыҫҡа ваҡыт эсендә федераль кимәлдә ҡабул итеп булмай. Шуға күрә ул төбәк етәкселәренә тейешле ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеген бирҙе.
Быға тиклем дәүләт хеҙмәте предприятие һәм ойошмалар етәкселәренә 31 декабрҙе үҙ мөмкинлектәренә ҡарап ял көнө итеп билдәләү хоҡуғын биргәйне. Был ваҡытта эш хаҡына үҙгәрештәр индереү ҙә ҡаралырға тейеш.
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?