Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 13:05

Өфөлә Яңы йыл сараларының интерактив картаһы эшләй башланы

Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы йыл сараларының интерактив картаһы эшләй башланы. Унда байрам уңайынан ойошторолған төрлө күңел асыуҙарҙың ваҡыты һәм уҙғарыу урыны күрһәтелгән.

Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем бөтәһе лә тематик көндәр форматында үткәрелә һәм календарҙа сағылдырыла.
В.И. Ленин, Салауат Юлаев һәм Совет майҙандарында төп шыршылар, шулай уҡ район майҙансыҡтарында боҙ ҡаласыҡтары асыҡ, тип иҫкә төшөрҙөләр хакимиәттә.
Төп концерт 31 декабрҙә ҡала Советы алдындағы Ленин майҙанында ойошторола. Ә төнгө 2-лә майҙанда фейерверк була.
Мэрияла билдәләүҙәренсә, быйыл барлыҡ саралар 2021#беҙһинекөттөк слоганы менән уҙғарыла.
Бынан алда «Башинформ» 31 декабрҙән 2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарай төндә йәмәғәт транспорты таңғы 4-се 30 минутҡа тиклем эшләүе тураһында хәбәр иткәйне.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы