Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 23 декабрь киске сәғәт 8-ҙән 24 декабргә киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ. Юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ. Ел көнбайыштан секундына 3-8 метр.
Һауа температураһы төндә -9,-14, аяҙытҡанда -15,-20, көндөҙ -7,-12 градус.
Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.