Байрам акцияһы 22 декабрҙә Октябрьский ҡалаһында башланды. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып кейенгән ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ефим Косткинға килде.
Ефим Андриянович 1-се Украина фронты 254-се уҡсы дивизияһының 933-сө уҡсы полкы составында хеҙмәт иткән. Польшаны азат итеүҙә ҡатнашҡан, Одер йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда ҡаты яраланған. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
«Ветерандарға 9 майҙа, Хәтер һәм дан йылында ғына түгел, ә көндәлек тормошта ла иғтибар бүлеү мөһим, бәхеткә күрә, шундай мөмкинлегебеҙ бар», — тине Октябрьский ҡалаһы Йәштәр һарайының йәштәр менән эшләү буйынса белгее Александр Юдин.
Республикала акция тәүге йыл ғына уҙғарылмай, сара һуғыш ветерандары һәм йәштәр өсөн изге йолаға әүерелгән