Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 12:20

Өфөлә Республика ҡан ҡойоу станцияһы яна – видео

Өфөлә Республика ҡан ҡойоу станцияһы яна, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға ваҡиғаның шаһиттары.

Бинаның дүртенсе ҡаты яна. Ошо хәлдең шаһиттары әсе еҫкә һәм төтөнгә зарлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ. Урында янғын һүндереүселәр эшләй.
Әле Батыр – Аврора киҫелешенән алып юл участкаһы «Промедицина» клиникаһына тиклем ябыҡ. Машиналарҙы кире боралар. Ҙур тығын барлыҡҡа килгән.
Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы штабы эшләй.
Фото: Ксения Калинина | Видео: Ксения Калинина