Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 17:30

Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙы бирегеҙ

22 декабрҙә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” ойошторола.

Сара 2020 йылда Өфө ҡалаһында күп функциялы үҙәктәрҙә раҫланған консультациялар графигына ярашлы үткәрелә.
Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан буйынса “Роспортребнадзор” идаралығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Өфө ҡалаһы Торлаҡ хужалығы идаралығы белгестәре ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса һорауҙарға яуап бирәсәк.
Шылтыратыуҙар 8(347)218-09-78 телефоны буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан 17 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк.
Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өлкәһендәге ҡулланыусы булараҡ, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы белгестәргә бирергә мөмкин. Әйткәндәй, был өлкәләге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында ил Президенты Владимир Путин ҡабул иткән “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектында әйтелә.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова