Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 13:40

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 159 яңы осрағы раҫланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 21 декабргә мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 159 кеше тәшкил иткән.

Пандемия башланғандан алып республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны — 17 419 кеше. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Стационарҙа — 832 пациент, уларҙың 68-е – уртаса ауырлыҡтағы һәм ауыр хәлдә. Әлеге ваҡытта еңел формала сирләгән 2 750 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы