Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 13:25

Термометр бағанаһы -34 градусҡа тиклем төшә: ял көндәрендә Башҡортостанда һыуыҡ була

Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте. Ҡайһы бер райондарҙа -34 градусҡа тиклем һыуыҡ булыуы көтөлә. 20 декабргә ҡарай төндә термометр бағанаһы ошо билдәгә тиклем төшә. Көндөҙ -13, -18 градус була.

Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан. Өфөлә 30 градус һыуыҡ булыуы көтөлмәй, ләкин һауа температураһы төндә -28, көндөҙ -22 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Шәмбе, 19 декабрҙә,һауа температураһы ҡапыл түбәнәйә.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы