Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 12:04

Бөгөн Президенттың ҙур матбуғат конференцияһы үтә

Владимир Путин журналистар менән аралашыуға Ново-Огареволағы резиденцияһынан онлайн форматта ҡушыла. 774 журналист аккредитация үткән.

Сара Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө 12-лә башлана.
Президенттың матбуғат конференцияһын «Россия-1», «Россия-24», «Первый канал», НТВ, "Мир" телеканалдары; «Вести ФМ», «Маяк», «Радио России» радиостанциялары тура эфирҙа күрһәтәсәк.
Әйткәндәй, 2001 йылда Владимир Путин ҙур матбуғат конференциялар форматын индерҙе. Шунан алып был саралар йыл һайын тиерлек уҙғарылып килә. 2005 йылда, 2008 йылдың май айынан 2012 йылдың майына тиклем осорҙа ғына тәнәфес булды. 2008 йылда Владимир Путин матбуғат конференцияһын президентлыҡтан китеүсе статуста ойошторҙо. 2012 йылда дәүләт башлығы вазифаһына кире ҡайтҡас яңынан ҙур матбуғат конференциялары уҙғарыла башланы.