Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 11:30
Республикала яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыу сикләнә
Башҡортостанда, былтырғы кеүек үк, яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ
, республикала ғәмәлдә булған законға ярашлы, Башҡортостанда 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу тыйылған, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа уны һатыу ваҡыты көндөҙгө сәғәт 2-нән иртәнге 10-ға тиклем сикләнгән.
Йәғни ошо өс көндә республика биләмәһендә иҫерткес эсемлектәр менән тәүлегенә дүрт сәғәт – иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә хәтлем генә сауҙа итергә мөмкин.
Законда ҡаралған сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь һатыуға ҡағылмай – был көндәрҙә кафе-ресторандарҙа хәмер һатырға мөмкин.
Яңы йыл каникулдарында алкоголь менән сауҙа итеүҙе сикләүҙән тыш, Башҡортостанда Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ойошторолған көндәрҙә «ҡоро закон» ғәмәлдә.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
ҡоро закон
,
Яңы йыл
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде