Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 13:43

Владимир Путин аҙыҡ-түлеккә хаҡтаҙы кире ҡарауҙарын һораны

Рәсәй Президенты Владимир Путин иҡтисад һорауҙары буйынса уҙғарылған кәңәшмәлә иҡтисад баҙарында ҡапыл ғына аҙыҡ-түлеккә хаҡ күтәрелеүенә борсолоуын белдерҙе.

“Шәкәргә, көнбағыш майына, икмәккә, онға хаҡтар донъя иҡтисад баҙары хаҡтарына тигеҙләнгән. Ә төп ҡулланылышта булған аҙыҡ- түлеккә хаҡтарҙың 1,5%-ҡа артыуын нимә менән бәйләргә? Был пандемияға бәйле түгел. Ҡулланылыш әйләнешендә булған продукцияға эске ихтыяжды ҡаплау өсөн илдә етештереү ҡеүәте етерлек. Шуға күрә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтаҙы кире ҡарауығыҙҙы һорайым,” – тине ил башлығы.