31 октябргә Өфөлә ВИЧ-инфекция диагнозы менән 7 487 кеше иҫәпләнгән. Өфө биләмәһендә ауырыуҙың уртаса күрһәткесе 100 мең кешегә 37,8 тәшкил иткән. Күрһәткес үткән йылдың 11 айына ҡарағанда 32,5% түбәнерәк.
Коронавирус инфекцияһы пандемияһына бәйле үҙәктең эш форматы үҙгәрҙе. Анализ алыу һәм вирусҡа ҡаршы препараттар таратыу өсөн йәшәгән урынға махсус бригадалар сыға, «Пациент мәктәбе» онлайн режимда эшләй. Бынан тыш, вирусҡа ҡаршы препараттар яҙыу дистанцион формала башҡарыла. Шулай уҡ дежур телефон эшләй, инфекционистар онлайн консультация бирә.