Сараға онлайн рәүештә 90 илдән 30 меңгә яҡын кеше ҡушылды.
- Яһалма аҡыл - кешелек үҫешендәге сираттағы алға һикерештең төп нигеҙе. Был технологиялар беҙҙең бөтә тормошҡа үтеп инә: етештереүгә, социаль тармаҡҡа, хатта мәҙәниәткә лә, - тине ил башлығы. - Әммә, машиналар ни тиклем көслө булмаһын, улар кешене конролләмәй, ә кеше уларҙы контролләйәсәк.
Уның фекере буйынса, кешелеккә яһалма интеллект менән идара итергә өйрәнеү мөһим, бының өсөн "маһир һәм компетентлы" булыу зарур. Дәүләткә, йәмғиәткә, бизнесҡа һәм һәр кешегә үҙгәрештәр үҫешенә тап килергә, яңы ғилемде һәм технологияларҙы үҙләштерергә кәрәк.