Өфө егете Президентҡа Европалағы иң бейек нөктә – Эльбрус тауын яулауы тураһында һөйләне. Яҡташыбыҙ – донъя тарихында был бейеклеккә ҡулдарында ғына менгән иң беренсе кеше, тиҙҙән уның рекорды Рәсәйҙең Рекордтар китабына инәсәк. Рөстәм киләсәктә Гималайҙың иң бейек Чо-Ойю нөктәһен (8000 метр) яуларға теләүен белдерҙе. Президент Рөстәмдең ҡатыны Индира менән дә аралашты, тормош иптәшегеҙҙең бындай ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡаршы түгелһегеҙме, тип һораны. Индира ирен һәр ваҡыт хуплап тороуын, терәк-таяныс булыуын белдерҙе.
Владимир Путин үҙе Рөстәмдең бындай әүҙем дә, хәүефле лә тормош алып барыуы өсөн борсолоп, уны балалары хаҡына үтә ныҡ бейектән парашют менән һикермәүен һораны.
Нәбиев: «Экспедиция барышында командабыҙҙы кино төшөрөү төркөмө оҙатып барһа ине. Фәһемле фильм әҙерләп, барыһына ла ирешергә мөмкин булыуын федераль каналдарҙан күрһәтһәләр, бигерәк тә шәп булыр ине», – тине. Дәүләт Башлығы Рөстәм Нәбиевҡа кино төшөрөү төркөмөн ойошторорға вәғәҙә бирҙе һәм был федераль каналдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, тип белдерҙе.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сәхифәһенән.