+7 °С
Болотло
«Биш еңеүсе һайлап алынды, күпселеге – төбәк-ара үҙәк. Улар – «Киләсәк инженерияһы», «Алдынғы етештереү технологиялары һәм материалдар», «Рәсәй Арктикаһы: яңы материалдар, технологиялар һәм тикшереү ысулдары», «Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге» (Башҡортостан) һәм «ТулаТЕХ». Бөтәһе лә юғары ғилми-тикшеренеү, кадрҙар ҡеүәтенә һәм үҫешкән инфраструктураға эйә», — тине ул.
«Конкуренция бик етди булды. Еңеүгә өлгәшеүебеҙ беҙҙең фәндең һәм мәғарифтың ҡеүәте ҙур булыуы, шулай уҡ ошо ҡатмарлы проект өҫтөндә идара итеү командаһының өлгөлө эшләүе хаҡында һөйләй».