Рәмзил Күсәрбаев 1977 йылдың 9 майында Туймазы районы Ғәфүр ауылында тыуған. Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда «Ауыл төҙөүсеһе» бәләкәй предприятиеһында ташсы булып башлай.
2001-2002 йылдарҙа – «Октябрьскнефть» идаралығында ташсы, мастер.
2004-2005 йылдарҙа – «Октябрьскнефть» идаралығында инженер.
2005-2006 йылдарҙа – «Башнефть-Өфө» йәмғиәтенең Октябрьский нефть һәм газ сығарыу идаралығында инженер.
2006-2011 йылдарҙа – «Нефтестроймонтаж»дың Октябрьский идаралығында директор вазифаһын башҡарыусы, директор.
2011-2013 йылдарҙа – «Нефтестроймонтаж»дың Приют идаралығында Серафимовка төҙөлөш-монтаж цехы начальнигы урынбаҫары.
2013-2016 йылдарҙа – Туймазы районы хакимиәте башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, бәйләнеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары.
2016-2020 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе.
2020 йылда – Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте