Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 14:00

Өфөнән 16 йәшлек боксёр Европа беренселегендә көмөш миҙал яуланы

Өфөнөң Николай Валуев исемендәге спорт мәктәбенән 16 йәшлек Иван Тихонов 15-16 йәшлек егеттәр араһында бокс буйынса Европа беренселегендә көмөш миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.

Ярыштар Болгарияның баш ҡалаһы Софияла уҙҙы.
Финалда яҡташыбыҙ Украина спортсыһы менән алышты.
Иван Тихонов — Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Тренерҙар – Рәмил Хөснөтдинов һәм Юрий Шокуров.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: бокс