Реалити-шоу еңеүсеһе башҡорт тоҡомло ат менән бүләкләнә. Уның исеме бал ваҡытында билдәле була. Ойоштороусыларҙың махсус наградаһы – тамашасылар һөйөүе призы ла бар. Каналдың рәсми
сәхифәһендә һәр кем үҙенә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин. Реалити-шоуҙың иң күп тауыш йыйған геройы «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеүсе тип иғлан ителә.