Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 16:45

Һоло менән алманан

Ошондай әсе ҡоймаҡ әҙерләгәнегеҙ бармы? Табындарығыҙ түңәрәк, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!

200 грамм һөт, бер йомортҡа, 80 грамм һоло онтағы, 100 грамм он, ике-өс аш ҡалағы шәкәр, бер семтем сода, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, бер-ике алма, бер сәй ҡалағы дәрсен кәрәк.

Тәүҙә йомортҡаны шәкәр менән бергә туғыйбыҙ ҙа һөт өҫтәйбеҙ. Уға һоло онтағы, дәрсен, сода, он ҡушабыҙ ҙа һәйбәтләп бутайбыҙ. Шунан алманы әрсеп, ҡырғыс аша үткәреп, ҡамырға өҫтәйбеҙ. Табаны майлап, талғын ғына утта бешерәбеҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: mircooking.ru
Автор: Рисаля Юмагулова