Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 18:00

Конкурс Дипломанттары

Оло Аҡа урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Эльвина Хәсәнова “Минең тыуған илем буйлап” Бөтә Рәсәй йәш экскурсоводтар конкурсының муниципаль этабында еңеүсе тип табылды. Республика этабының “Музей экскурсияһы” номинацияһында III дәрәжә дипломанты булды.

Эльвинаның юғары категориялы тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Лена Ғәйнанова етәкселеге аҫтында башҡарылған эше Сирия һуғышында ҡатнашҡан, Оло Аҡа мәктәбен тамамлаған Алишер Хәсәновҡа бағышланған. Мәктәп музейында уның тураһында экспозиция һәм экскурсия әҙерләнгән.
Шулай уҡ Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусыһы Даяна Ғәлина “Күҙәтеү экскурсияһы” номинацияһында III дәрәжә дипломына лайыҡ (етәксеһе – Рәзилә Күсәбирҙина).