Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 17:00

Башҡортостан ауыл ипотекаһы күләме буйынса өс лидер иҫәбенә инде

Башҡортостанда йәшәүселәр льготалы ауыл ипотекаһы программаһы буйынса 3,7 миллиард һумға 1818 кредит алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Республика Ленинград һәм Новосибирск өлкәләре менән бер рәттән лидерҙар иҫәбендә.
Рәсәйҙә кредитлау күләме – 59,7 миллиард һум, был 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ һатып алырға йәки төҙөргә мөмкинлек бирергә тейеш. Ауыл ипотекаһының күләме 25 йылға тиклем 3 миллион һум тәшкил итеүе ихтимал. Процент ставкаһы йылына – 0,1%-тан 3%-ҡа тиклем, ә төп ставканы (йылына 8% самаһы) Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ҡаплай.
Шулай уҡ инженер коммуникацияларын үткәреү өсөн ҡулланыусылар кредитын алырға була. Уның күләме йылына 5% менән биш йылға 300 мең һум тәшкил итергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы