Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 11:33

Килемгә ҡарап һалым ставкалары арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2021 йылдан граждандарҙың килеменә ҡарап һалым ставкаларын арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Был категорияға йыллыҡ килеме 5 миллион һумдан артҡандар инә.

Унда бер нисә иҫкәрмә бар: шәхси милекте һатҡан осраҡта һалым ставкаһы элеккесә ҡала (13 процент), страховка һәм пенсия менән тәьмин итеү буйынса килешеүҙәргә лә ҡағылмай.
Быға тиклем Рәсәйҙең Финанс министрлығы ил башлығы бойороғо буйынса 2021 йылдан килемдәре биш миллион һумдан уҙғандарҙан 15 процент күләмендә һалым тотыласағы тураһында хәбәр иткәйне. Әлегә башҡа үҙгәрештәр индерелмәгән. Үрҙә әйтелгән законда һүҙ йылына килемдәре 12-нән 24 миллионға тиклем еткән граждандарға һалымды 20-24 процентҡа күтәреү тураһында бара.