Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 12:07

Владимир Путин табиптар өсөн 4,5 миллион һум аҡса йыйған ветеранды бүләкләне

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зинаида Корневаны “Изгелек күрһәткәне өсөн” билдәһе менән бүләкләне. Ул үҙ инициативаһы менән коронавирусҡа ҡаршы көрәштә һәләк булған табиптарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсаты менән 4,5 миллион һумдан ашыу аҡса йыйған.

Корнева һөйләүенсә, бындай идеяны ул Британия ветераны Том Мурҙан ала.Әгәр ҙә Мур һаулыҡ һаҡлауҙың NHS милли системаһына ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыуҙы иғлан итеп, 100 йәшлек юбилейына тиклем үҙ ихатаһын 100 тапҡыр урап сыҡһа, Корнева YouTube-каналында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләй.
Хәҙер ветерандың каналына 14 мең кеше ҡушылған.
Сентябрь һуңында 98 йәшен тултырған Зинаида Антоновна фронтҡа 19 йәшендә китә, ПВО ғәскәрендә зенитсы-тоҫҡаусы була һәм Берлинға тиклем барып етә.