Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 12:25

Хәүефһеҙлек аҙналыҡтары

Районда үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса “Хәүефһеҙлек аҙналыҡтары” шартлы исеме аҫтында ун көнлөк үтте.

Эшсе төркөм рейдтар барышында 20 берәмек техниканы тикшерҙе һәм уларҙың кеше ғүмере, сәләмәтлеге һәм тирә-яҡ өсөн хәүеф тыуҙырып, ҡағиҙә боҙоуҙарын асыҡланы: тейешле көҙгөһө, тәгәрмәс өҫтөндәге крыло булмаған (Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 9.3-сө статьяһы), транспорт хужаһының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисы булмаған (12.37-се статьяның 1-се һәм 2-се өлөштәре).
Асыҡланған барлыҡ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса административ протоколдар төҙөлдө һәм хоҡуҡ боҙоусыларға штраф һалынды.