Һөттә бешерелгән йөҙөмлө кекс.
- 2 стакан он
- 1 стакан һөт
- 1 йомортҡа
- 0.5 стакан көнбағыш майы
- 100г. шәкәр ҡомо
- 1 аш ҡалағы разрыхлитель
- ике семтем тоҙ
- ванилин
- 50 г. йөҙөм, йыуып һарҡытып киптерелгән.
Һауытҡа бер йомортҡаны һытып 100 г. шәкәр ҡомо ҡушып венчик менән болғарға. Бер стакан һөттө ҡушырға, болғарға, ярты стакан көнбағыш майы, болғарға, тоҙ һибергә, ванилин, он һәм разрыхлительде әҙләп һалып венчик менән болғап ҡамыр эшләргә, иң аҙаҡтан йөҙөмдө ҡушып тағы ла болғарға. Кекс һауытын майлап, 180° ҡыҙыулыҡта 25 - 35 минут бешереп алырға. Минең был һауыттан 17 кекс килеп сыҡты.