Указға ярашлы, советҡа «Русский репортёр» журналының баш редакторы урынбаҫары Марина Әхмәтова, «Крибрум» акционерлыҡ йәмғиәте президенты Игорь Ашманов, Халыҡ-ара архитектура академияһының Мәскәүҙәге бүлеге президенты Андрей Боков, «Здравствуй!» Онкологик ауырыуҙар ассоциацияһы президенты Ирина Боровова, «Ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау милли ата-әсәләр ассоциацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт берләшмәһенең координация советы рәйестәше Галина Осокина индерелде.
Ә бына сәйәсмән Светлана Айвазованы, «Адвокат партнёрлығы» Мәскәү адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе Юрий Костановты, Ольга Сидоровичты һәм Анита Соболеваны Президент советтан сығарыуҙы һораны.