"Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ беҙҙең илдәр араһындағы конструктив мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә булышлыҡ итер, тип ышанам. Был, һис шикһеҙ, Рәсәй һәм Молдавияның аҫаба халыҡтары мәнфәғәтенә яуап бирәсәк. Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйем", - тиелә Путиндың ҡотлауында.
Молдавияла Президент һайлау ике турҙа үткән. Тәүгеһендә һигеҙ кандидат ҡатнашҡан. Икенсе турға, тейешле һандарҙы йыйып, элекке Президент Додон менән Санду ғына сыҡҡан. Майе Санду 14 процентҡа күберәк тауыш йыя алған. Ул хәҙер - Молдавияның иң тәүге ҡатын-ҡыҙ Президенты.