Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 11:20

Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы быйыл тура бәйләнеш элементтары менән уҙғарыла

Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конфренцияһы быйыл «үҙенсәлекле форматта», тура бәйләнеш элементтары менән ойошторола, тип хәбәр итте дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков журналистарға.

«Ысынлап та, беҙ президент Путиндың матбуғат конференцияһына әҙерләнәбеҙ. Әлбиттә, билдәле сәбәптәр буйынса ул үҙенсәлекле форматта була», — тип Песковтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС. Яңы форматта тура бәйләнеш элементтары ҡаралғанмы тигән һорауға Кремль вәкиле былай тине: «Ул [бындай уй] һаҡлана, ысынлап та, шулай була».
Матбуғат секретары шулай уҡ сараны уҙғарыу көнө тураһында өҫтәмә хәбәр итергә вәғәҙә бирҙе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы