Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 16:15

Башҡорт теле көнөнә арналған «Vibeргә» интернет-конкурсы иғлан ителде

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә уңайынан «Vibeргә» интернет-конкурсы старт алды.

Уның маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендәге контентты, башҡорт теленә, башҡорттарҙың тарихына, шәжәрәһенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.
Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Улар 2020 йылдың 7 декабренә тиклем Бәйләнештә һәм Instagram селтәрҙәренә үҙҙәренең ижади эштәрен һалырға тейеш. Ике номинация тәҡдим ителә – «Башҡорт телендә иң яҡшы открытка» һәм «Башҡорт телендә иң яҡшы вайн». Шарттар менән @bashkort_postcards һәм @bashkort_vine аккаунттарында танышырға мөмкин.
Популяр башҡорт вайнерҙары, блогерҙары һәм башҡаларҙан торған жюри баһалары буйынса номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнә. Аҡсалата бүләк — 3меңдән 50 мең һумға тиклем.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы