Мәсетле тормошо
-5 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 21:00
Республикала ноябрҙең икенсе декадаһы норманан һыуығыраҡ була
Башҡортостанда ноябрҙең икенсе декадаһы норманан 2 градусҡа түбән булыуы көтөлә, тип хәбәр итте Башгидромет. 12-14 ноябрҙә республикала бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.
Һауа температураһы төндә -4, -9 градустан -8, -13, аяҙытҡанда -15, -20 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ -7, -12 градус була.
Аҙна аҙағында Башҡортостан биләмәһендә антициклон урынлаша, температура артабан түбәнәйә, яуым-төшөм ихтималлығы аҙ. Әлегә ҡар ҡатламы йоҡа булғанлыҡтан, һыуыҡтың үҫемлектәргә зыян килтереүе мөмкин, тип иҫкәртә синоптиктар.
10 ноябрҙә Башҡортостанда бөтә ерҙә лә тиерлек ҡар яуҙы, 1-15 сантиметр бейеклектә ҡар ятты. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер көнбайыш райондарҙа һәм Урал аръяғында ҡар юҡ.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
ҡар
,
боҙлауыҡ
https://www.bashinform.ru/bash/1520270/