Новости
10 Ноября 2020, 17:45

Башҡортостан ЮХХДИ-һы водителдәргә тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға кәңәш бирә

Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы күҙәтелә. Өфөлә һәм республиканың ҡайһы бер райондарында еңелсә буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-нан.

«Водителдәргә тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға кәңәш бирәм. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!», — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов «Фейсбук»та.
Бынан тыш, Өфө мэрияһында үткән оперативкала водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәңәш иттеләр.
Фото: Ксения Калинина