Проект сиктәрендә үҫмерҙәр шулай уҡ тәжрибәле остаздар етәкселегендә эштәр башҡара. Әйтәйек, Telegram селтәрендә чат-бот булдыра, лаборатор химик анализ үткәрә, бирелгән туристик объектты таба, йыйылыш ойоштора. БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төбәктә барыһы 61 компетенцияны һайларға мөмкин. Бының өсөн республиканың 24 ҡала һәм районында 59 майҙансыҡ эшләй.