Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 11:00

Һалымһыҙ донъя һанһыҙ

Йәнә бер тапҡыр 1 декабргә тиклем һалым түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәртәбеҙ.

Был бурысығыҙ хаҡында йәшәгән урын буйынса һалым инспекцияһына барып белергә мөмкин. Унан тыш, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалымдарҙы түлә” сервистары ярҙамында онлайн тәртибендә түләргә мөмкин.

Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан. Шәхси кабинетҡа теркәү картаһындағы логин һәм пароль ярҙамында инергә мөмкин. Ә уны йәшәү урыны буйынса ғына түгел, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең һәр хеҙмәтендә алырға була. Бының өсөн үҙең менән шәхесте раҫлаған доку­менттың, шәхесте иҫәпкә ҡуйыу буйынса таныҡлыҡтың (ИНН) төп нөсхәһе йәки күсермәһе булыуы кәрәк.

Һалым буйынса бурыстар хаҡында Берҙәм дәүләт һәм муниципаль порталында ла (www.gosuslugi.ru) танышырға мөмкин. Бынан тыш, Рәсәйҙең Федераль суд приставтары хеҙмәтенең сайтында ла башҡарыу производствоһы буйынса мәғлүмәттәр банкы бар.
Автор: Айһылыу Низамова