Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 11:55

Ялған хәбәр таратҡандар

Британияның Daily Mail таблоидында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ил етәкселегенән баш тартыуы тураһындағы мәғлүмәт баҫылып сыҡҡан.

Киң мәғлүмәт системаһында Президент һаулығы насарайыуы арҡаһында отставкаға китергә мәжбүр булған, тип хәбәр ителә.
“В.В.Путиндың һаулығы бик шәп. Ул әлегә ил етәкселеген ҡалдырырға йыйынмай. Британияның киң мәғлүмәт системаһында таралған был хәбәр –ялған”, - тип яуап бирҙе был хәбәргә дәүләт башлығының матбуғат-сәркәтибе Дмитрий Песков.