Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 13:55

Яңы китап сыҡты!

Ағымдағы йылдың яҙ миҙгелендә Тәлғәт Сөнәғәтовтың “Мәсетле районы офицерҙары” тигән китабы донъя күр-ҙе. Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе китап авторы ғүмеренең күп йылын тарихты өйрәнеүгә бағышлаған.

Тәлғәт Сөнәғәтов 1931 йылдың 21 февралендә Теләш ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1945 – 1948 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый. Хеҙмәт юлын Балаҡатай районы Яңыбай урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыу-сыһы булып башлай. Һуңынан хәрби хеҙмәткә алына, Алыҫ Көнсығышҡа Ворошилов ҡалаһына (хәҙерге Уссурийск) ебәрелә. Ул хеҙмәт иткән ваҡытта автомобиль училищеһында уҡып, автотранспорт взводы командиры һөнәрен ала. Хәрби хеҙмәттән кесе лейтенант званиеһында ҡайта.
Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, тарих фәне уҡытыу-сыһы булып эш башлай. Тәлғәт Ғәтиәт улы бәләкәйҙән тарих менән ҡыҙыҡһына. Шуға ла М. А. Горький исемендәге Урал дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инеп, юғары белем алырға ҡарар итә.
Университеттан диплом алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы педагогик эшмәкәрлеген дауам итеп, тарих фәне уҡытыусыһы булып эшләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Мәсетле районы тыуған яҡты өйрәнеү музейын етәкләй. Музейҙа эшләгән ваҡытында “Китап” нәшриәте сығарған Мәсетле районы хәрби хеҙмәткәрҙәре тураһында мәғлүмәт тупланған “Улар еңеү менән ҡайтты. 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайт-ҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр исемлеге” томының яуаплы секретары була.
Шулай уҡ Тәлғәт Сөнәғәтов Мәсетле районы энциклопедияһына материалдар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.
Ошо эштәрҙе башҡарған ваҡытта Тәлғәт Ғәтиәт улында Мәсетле районы офицерҙары тураһында айырым китап сығарыу уйы тыуа. Уларҙың архив документтарын өйрәнгән саҡта батырлыҡтарына, ҡыйыу һәм фиҙаҡәр булыуҙарына хайран ҡала.
Китаптың тәүге өлөшө китап уҡыусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында булған хәл-ваҡиғалар менән таныштыра.
Икенсе бүлегендә Мәсетле районынан сыҡҡан, беҙҙең илгә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар оҫталығын һалған ҡыйыу хәрбиҙәрҙең ҡыҫҡаса биографияһы яҙылған.
“Был китапты мин киләсәк заман балалары өсөн яҙҙым, Беҙҙән һуң ҡалған быуын ата-бабалар, яҡташтар ҡаһарманлығын онотмаһын ине”, – ти китап авторы. Тәлғәт Сөнәғәтов китапты 2015 йылда яҙа башлай. Офицерҙарҙың биографияларын яҙыуҙа Мәсетле һәм Дыуан райондары хәрби комиссариаттарында һаҡланған шәхси эштәр, Рәсәй Оборона министрлығы үҙәк архивынан алынған бүләкләү ҡағыҙҙары, Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы фондында һаҡланған документтар, “Мәсетле тормошо” гәзите биттәрендә баҫылған мәҡәләләр, район һәм мәктәп музейҙарының тыуған яҡты өйрәнеү материалдары төп сығанаҡ булып тора.
Китап ағымдағы йылдың 30 мартында донъя күрә. Уның тиражы 100 дана. Китаптың презентацияһы, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, билдәһеҙ ваҡытҡа ҡалдырыл-ған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, баҫылған китаптарҙың яртыһын китапҡа ингән ҡаһарман хәрбиҙәрҙең туғандары, район ойошмалары, мәктәп һәм китапханалар һатып алған.
Сыҡҡан китаптар етмәгән осраҡта, уның авторы махсус заказ буйынса өҫтәп баҫтырыр-ға әҙер.
Шулай уҡ китап авторы, исемдәре телгә алынмаған офицерҙарҙың туғандарының Пенсия фонды бинаһының беренсе ҡатында урынлашҡан “Коммунистар партияһы” кабинетына Мазһар Аҙнабаевҡа мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай. Кабинет һәр шәмбе асыҡ. Улар тураһындағы фоторәсем менән мәғлүмәтте киләһе тулыландырылған баҫмала сығарырға мөмкин буласаҡ.
Руфина МӨХӘМӘТОВА