Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 16:15

Ә ул эшкә тип киткән булған...

Дыуан районында Кропачев – Мәсәғүт – Әсет юлының 75-се километрында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә бер кеше һәләк булған.

Өфөнән “ГАЗель Next” машинаһына идара иткән 35 йәшлек водитель юлда эшләп йөрөгән эшсене бәрҙергән һәм тағы “УАЗ” машинаһына барып төкөлгән. Үкенескә күрә, был юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә эшсенең ғүмере фажиғә урынында өҙөлгән.
5 ноябрҙә Хәйбулла районының Бүребай ауылындағы Зәки Вәлиди исемендәге урамда водитель танытмаһы булмаған бер кеше “ВАЗ-2110” машинаһында тыҡрыҡта ҡаршыға килгән “ВАЗ-2109” машинаһына барып бәрелгән. Ә уға 20 йәшлек егет идара иткән.
Ике водитель дә ауыр йәрәхәтләнгән. Тағы шуныһы үкенесле: 35 йәшлек ир дауаханала йән биргән. “Медицина тикшереүе ике водителдә лә алкоголь барлығын асыҡланы”, – ти белдерә республика ЮХХДИ-һы.
Ошо үрҙәге ике юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре лә асыҡланыр. Тик бына ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәрҙе генә кире ҡайтарып булмаҫ. Зинһар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Улар бит тап бына ошондай үкенселе хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн барлыҡҡа килгән...
Фото: республика ЮХХДИ-һы.
Автор: Айһылыу Низамова