Мәсетле тормошо
+14 °С
Облачно
Новости
6 Ноября 2020, 09:05

Конкурста еңеү

“Красноуфимск педагогия колледжы” балалар һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү үҙәге онлайн форматта “Минең тыуған илем – Урал” балалар һәм йәштәр милли ижады фестиваль-йәрминкәһе уҙғарҙы.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Юбилей” номинацияһында еңеп сыҡҡан Оло Аҡа мәктәбе уҡыусыһы Айгөл Әхтәрова I дәрәжә дипломына лайыҡ булды.
Йәш ҡатнашыусының эше “Тарихҡа ингән кеше: беренсе гильдия сауҙагәре Мөхәмәтхафиз Хәбибуллин – кешелегенда” тип атала.