Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 12:00

Ноябрҙә магнит дауылдары

Көҙҙөң һуңғы айында бер нисә магнит дауылы көтөлә.

Ер магнитосфераһының тәүге ҡуҙғыуы көҙҙөң һуңғы айының тәүге көндәренә тап килә. Ә көслөрәк магнит дауылдары 17 – 22 ноябрҙә көтөлә.
Шул уҡ ваҡытта, ғалимдар фекеренсә, һуңғы арала Ҡояшта барған күренештәр көтөлмәгән һәм бик көслө магнит дауылдарына сәбәпсе булыуы ихтимал. Ул кешенең хәл-торошона ғына түгел, ә хатта радиобәйләнеш һәм навигация приборҙары эшенә йоғонто яһарға мөмкин.
Күҙаллауҙар буйынса 7, 16, 23, 24 һәм 25 ноябрҙә көсһөҙ магнит дауылдары көтөлә. Был көндәрҙә метеоһиҙгер кешеләргә генә һаҡлыҡ саралары күрергә кәрәк, ә башҡа-ларға уның йоғонтоһо ҙур булмаясаҡ. Ә бына 17 – 22 ноябрҙә көслө магнит дауылы көтөлә. G2 кимәлендәге дауыл 17 ноябрҙә кис башланасаҡ һәм 21 ноябрҙә үҙенең иң юғары нөктәһенә барып етәсәк.
(Асыҡ сығанаҡтарҙан).