Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 11:35
Башҡортостанда ковидтан өйҙә дауаланғандарға бушлай дарыуҙар бирелә башланы
Башҡортостанда республика бюджеты иҫәбенә ковидтан өйҙә дауаланған граждандарҙың льготаға эйә булған категорияларына бушлай дарыуҙар бирә башланылар.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, бушлай дарыуҙарҙы инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре, нацист концлагерь тотҡондары, ҡамауҙа ҡалған Ленинградта йәшәгәндәр, хәрби хәрәкәт ветерандары, шулай уҡ Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар алырға мөмкин.
Әйтәйек, уҙған аҙнала уларға 700 рецепт яҙып бирелгән.
Бынан тыш, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус йоҡторған һәм амбулатор йәки өйҙә дауаланған барлыҡ сирлеләр өсөн дарыуҙарға федераль аҡсаның килгәнен көтә. Билдәле булыуынса, төбәктәргә бының өсөн 5 миллиард һумдан ашыу бүленә.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
дарыуҙар
,
амбулатор дауаланыу
https://www.bashinform.ru/bash/1516354/
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"