Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 12:30

Коронавирустан өйҙә дауаланыусыларҙы дарыуҙар менән бушлай тәьмин итәсәктәр

COVID-2019 ауырыуынан өйҙә дауаланғандарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итергә кәрәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәргәндә.

Бының өсөн төбәктәргә 10 миллиард һум күләмендә аҡса бүленәсәк. Был сумма шулай уҡ шәхси һаҡланыу саралары алырға һәм коронавирусҡа тестар үтеүгә ҡаралған.

Беҙ ниндәйҙер "икенсе тулҡын" хаҡында һүҙ йөрөтмәйбеҙ, белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә әле һаман "беренсе тулҡын" бара, – тине президент.