Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 13:00
Өфө мэры вазифаһын Радмил Мөслимов башҡара
Өфө вице-мэры Радмил Мөслимов Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
«Вице-мэр Радмил Мөслимов бер ай элек үк Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәйне.Ул ошо вазифала эшләүен дауам итә», — тип белдерҙе Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Марсель Байдәүләтов.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнер алдынан Мөслимов мэрияның юлдар, яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығына етәкселек итте.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, 29 октябрҙә оҙаҡ ауырығандан һуң Өфө хакимиәте башлығы вафат булды. Өлфәт Мостафин 35 көн мәкерле сир менән көрәште. Уның пневмония, COVID-19 һәм башҡа ауырыуҙары бар ине.
Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән
хушлашыу
2020 йылдың 31 октябрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда ойошторола. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
мэрия
https://www.bashinform.ru/bash/1514938/