– Ысынлап та, шулай. Хәҙер белгестәр ҡағыҙ таныҡлыҡ урынына Росстандарттың электрон реестрында яҙыу ҡалдырасаҡ. Был ведомство етәксеһе Алексей Абрамовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, иҫәпләү приборҙарын тикшереү тураһындағы ҡағыҙ таныҡлыҡ хәҙер файҙаланыусыларҙың теләге буйынса ғына биреләсәк һәм ул мәғлүмәт рәүешендә буласаҡ.
Иҫәпләү приборҙарын тикшереүгә биргән заказсы белгестән реестрға мәғлүмәтте индереүен талап итә ала. Шулай итеп, приборҙың тикшерелеүе юридик йәһәттән раҫланасаҡ һәм заказсы киләһе тикшереү тураһындағы мәғлүмәткә эйә буласаҡ.
Белгес иһә приборҙы ентекләп ҡарағандан һуң бер тәүлек эсендә “Аршин” үлсәмдәр берҙәмлеген тәьмин итеү буйынса федераль мәғлүмәт фондына эш һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәттәрҙе тапшырырға тейеш. Ә иҫәпләү приборы хужаһы был мәғлүмәттәрҙе “Үлсәү сараларын тикшереү һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәттәр” системаһы бүлегендә таба аласаҡ. Әйткәндәй, уны һәр кем ҡарай ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылға тиклем көнкүреш иҫәпләү приборҙарын тикшереүгә мораторий ҡуйылған.