Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 11:40
Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте
Республика синоптиктары көндәрҙең -12 градусҡаса һалҡынайтыуын фаразлай.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 октябрҙә бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен көньяҡҡа үҙгәртеп, талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә аяҙытҡанда -12, көндөҙ 0, +5 градус.
Шәмбе, 24 октябрҙә, республикала епшек ҡар, ямғыр яуыуы, төндә урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-дән -5-кә тиклем, көндөҙ +4, +9 градус.
Йәкшәмбе, 25 октябрҙә, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5, көндөҙ +6, +11 градус була.
Фото: Ксения Калинина
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
һауа торошо
https://www.bashinform.ru/bash/1511607/