Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 12:42

Владимир Путин балыҡсылыҡ тармағының эшен баһаланы

Рәсәйҙә балыҡсылыҡ тармағы, пандемияға бәйле ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, әллә ни зыян күрмәгән. Балыҡ тотоу күләме былтырғы кеүегерәк, биш миллион тонна самаһы булыр тип көтөлә.

Владимир Путин ошо йәйҙә, йәғни июндә РФ Хөкүмәтенә, "РЖД", "Росатом"ға балыҡты Алыҫ Көнсығыштан Европа өлөшөнә ташыу буйынса сығымдарҙы кәметеүгә бәйле тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан.

Балыҡсылыҡ буйынса Федераль агентлыҡ етәксеһе Илья Шестаков әйтеүенсә, Камчатканан лосось балыҡтарын хәҙер лихтеровоз ташый. Рәсәй тимер юлдары ойошмаһы ла әүҙемлек күрһәтә - продукцияны ташыуҙа проблемалар юҡ.

Илья Шестаков ғилми-тикшеренеү флоты тураһында ла һөйләне. Был тәңгәлдә беҙҙә уртаса тоннаға иҫәпләнгән махсус судно төҙөү бара. Тәүге карапты 21 миллиард һумға төшөр, тип фаразлайҙар. Әлегә шундай өс судно проекты бар. Әммә ауырыраҡ йөккә иҫәпләнгән карапҡа аҡса бүленмәгән.