Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 16:30

Радий Хәбиров сирле хеҙмәткәрҙәр булған театрҙарҙы ябырға ҡушты

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына сирле хеҙмәткәрҙәр булған театрҙарҙы ябырға ҡушты.

«Яңылыҡтарҙа тотош труппалар ауырый тип уҡыным. Театрҙарҙы ябығыҙ, ҡарар ҡабул итегеҙ. Сирле труппалар беҙгә ниңә кәрәк?», — тине республика етәксеһе.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында сир осраҡтары асыҡланды, шуға күрә коллектив ике аҙнаға үҙизоляцияға китергә ҡарар итте, тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы