Ғаилә олаталарында ҡунаҡта саҡта була был фажиғәле хәл. Тышҡы яҡтан ҡарағанда сабыйҙың бер ере лә йәрәхәтләнмәгән. Алдан күҙаллауҙарынса, малай төндә тонсоғоп үлгәндер, тиҙәр. Аныҡ ҡына сәбәбен асыҡлау өсөн, балаҡайҙың кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡсылары бала эскән һөт ҡатнашмаһын да тикшереү өсөн алған.