Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2020, 11:15

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамыбыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым.
Был көн – йыл әйләнәһенә автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген булдыр-ған, ҡатмарлы юл хужалығын тәьмин иткәндәрҙең байрамы. Пассажирҙар һәм йөк машиналарының имен йөрөүе, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге юл хеҙмәткәрҙәренең аныҡ һәм яйға һалынған һөнәри эшенән тора.
Бөтә хеҙмәткәрҙәргә һәм юл хеҙмәте ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, бәхет, донъя именлеге һәм оҙон ғүмер теләйем.
Хөрмәт менән “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы – Мәсетле юл
ремонтлау-төҙөлөш идаралығы начальнигы
Илгиз Фазлетдинов.