Төп һаҡланыу саралары, белгестәрҙең әйтеүенсә, бары икәү - коронавирусҡа тестар күләмен арттырыу һәм миҙгел сирҙәренән вакцинациялау.
“Рәсәй киләсәге. Милли проекттар” порталы ни өсөн быйыл киҙеүҙән прививка яһатыуҙың әһәмиәтлеген аңлатып, иң мөһим һорауҙарға, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә таянып, төплө яуаптар биргән.
Вакцинация ни өсөн мөһим? Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фекеренсә, киҙеүгә ҡаршы тәьҫирле сараларҙың береһе – вакцинация, сөнки ул тап ошо эпидемиологик миҙгелдәге вирус төрҙәренән һаҡлаясаҡ. Вакцинация сирләтмәй, әммә антиесемдәр барлыҡҡа килтереү һөҙөмтәһендә иммун системаһын инфекцияға ҡаршы көсәйтә.
Быйыл киҙеүгә ҡаршы вакцина составы ниндәй? Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы киҙеү вирусының дүрт штаммы ла булған квадривалентлы вакциналар ҡулланыуҙы тәҡдим итә. Был исемлектәге бер штамм ғына элекке йылдарҙағы вакциналар составына ингән, ҡалғандары өр-яңы. Дәүләт медицина учреждениеларында түбәндәге Рәсәй вакциналарын бушлай яһатырға мөмкин: “Совигрипп”, “Ультрикс”, “Ультрикс Квадри”, “Флю-М”, “Гриппол плюс”.
Киҙеүгә ҡаршы прививканы ҡасан эшләтергә? Вакцинациялау кампанияһы илдә башланды инде. Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса 6 октябргә 30,9 миллион кеше прививка яһатҡан да инде (21,1%). Ғәҙәттә ул декабрь айында тамамлана, тик табиптар прививканы тиҙерәк яһатырға кәңәш итә, сөнки иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн ваҡыт кәрәк. Иң яҡшы мәл - көҙгө айҙар. Был осраҡта иммунитет формалашырға өлгөрә.
Хроник сирҙәр киҫкенләшкәндә һәм вакцина составына ингән йомортҡа аҡһымына юғары һиҙгерлек күҙәтелгәндә прививка яһатырға ярамай. Вакциналар хәүефһеҙ. Уларға мотлаҡ рәүештә һынауҙар үткәрелә. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко әйтеүенсә, вакцинаның бер серияһы ла әйләнешкә дәүләт сифат контроленән тыш юлыҡмай. Уларҙы медицина учреждениеларына илтеүҙең бөтә логистик сылбыры хәүефһеҙ.
Вакцина яһатып та киҙеү йоҡтороу мөмкинме? Табиптарҙың әйтеүенсә, бының булыуы ихтимал, әммә ваҡытында яһалған вакцинация балалар һәм өлкәндәрҙең 80-90 процентын сирҙән һаҡлаясаҡ. Өҫтәүенә сирләгәндә лә ул еңелерәк үтәсәк. Ә киҙеүҙең өҙлөгөүҙәр тыуҙырыуы мөмкин: пневмония, отит, синусит, ринит, ҡайһы бер осраҡтарҙа миокардит, перикадит...
Рәсәйҙә киҙеүҙән вакцинация ирекле һәм һәр кем өсөн түләүһеҙ. Киҙеү, коронавирус һәм башҡа киҫкен респираторлы сирҙәрҙең билдәләре берҙәй башлана. Табип диагнозды раҫлағандан һуң вирусҡа ҡаршы препараттар билдәләй. Йәмәғәт урындарында битлек кейеү һәм социаль дистанция һаҡлау элеккесә мөһим булып ҡала.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.