Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 22:15

Ун көн комала ятты ла...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо көндәрҙә күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Дуҫтары менән аварияға эләккән 17 йәшек Йәсминә (исеме үҙгәртеп алынды) ун көн комала ятҡандан һуң һәләк булды.

Был авария 30 сентябрҙә Дыуан районында булғайны. 20 йәшлек егет “ВАЗ-2110” автомобилендә томан ваҡытында ике ҡолоно менән китеп барған бейәгә барып бәрелә. Бәрелеш ныҡ көслө була. 17 йәшлек пассажир урында һәләк була. Йәрәхәттәр менән 18 һәм 17 йәшлек ҡыҙҙарҙы һәм 18 йәшлек егетте дауаханаға алып баралар. Водитель иһә иҫерек һәм водитель таныҡлығы булмаған. Әйткәндәй, аварияла бейә менән ҡолондар ҙа һәләк булғайны.
Иң нығы Йәсминә зыян күрә. “КП-Уфа” баҫмаһының үҙ сығанағы хәбәр итеүе буйынса уның башы һәм мейеһе йәрәхәтләнә, ул аңына килә алмай. Мәсәғүт район үҙәк дауаханаһы табиптары ун көн буйы уның ғүмере өсөн көрәшә, тик ҡыҙ һәләк була.
Ҡыҙ Мәсәғүт педагогоия колледжының икенсе курсында уҡып йөрөгән. Уны бөтәһе лә күңелсәк, изге күңелле,тормошто яратҡан кеше тип хәтерендә ҡалдырған. Яҡындары уның тормошҡа ҙур пландар ҡороп йәшәүе, күп хыялдары тураһында белдергән.
Их был йәшлек... Ҡылыҡтар ҡылған саҡта уның эҙемтәһе тураһында уйламайҙар шул. Ни өсөн йәштәр күрәләтә иҫерек кеше машинаһына ултырғандыр. Был йөрөүҙөң һуңғыһы булырын белһәләр аяҡ та баҫмаҫтар ине лә бит...
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева